0%

Йәй(шиғыр). Миңлегөл Хисмәтуллина

From Wikisource
Jump to navigation Jump to search
Йәй ( шиғыр )
автор Миңлегөл Хисмәтуллина
.Нәшер ителгән: 2006 йыл. Сығанаҡ: "Туған тел".-Өфө"Китап",2006 йыл


Йәй


Ерҙә ысыҡ ялт-йолт килә,
Хәс тә көмөш һибелгән.
Алмағас алмалар элеп,
Башҡайын түбән эйгән.
Сәскәләр ысыҡ эсәләр,
Хуш еҫтәрен бөркөтөп.
Бал ҡорттары һут эсәләр
Осоп килеп бер көтөү.
Их, йәйҙең матур саҡтары,
Һис уйнап туйып булмай.
Ниңә икән ҡыш булмайса,
Йәй генә булып тормай.
 
 


2006 йыл